Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2022, 11:35

Аҙыҡ-түлектең сифатын белгең килһә...

 БР Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министрлығы булдырған   «Открытое качество»  порталына инеп, аҙыҡ-түлектең сифатын белә алаһығыҙ.

Аҙыҡ-түлектең сифатын белгең килһә...
Аҙыҡ-түлектең сифатын белгең килһә...

  Ул ҡулланыусылар өсөн бик уңайлы. Бында республиканың сауҙа нөктәләрендә һатылған тауарҙың сифаты, ГОСТ һәм стандарттарға ярашлы,  аҙыҡ- түлектең хәүефһеҙлеге һәм сифаты тураһында мәғлүмәттәр тупланған лаборатория тикшеренеүҙәре һығымтаһы менән таныша алаһығыҙ.

Был хаҡта БР сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министры Алексей Гусев белдергән.

Порталдға ингәс тә, «Тикшеренеүҙәр» бүлегенә инеп, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған продукцияны яҙабыҙ. Унда аҙыҡ-түлек тураһында бар мәғлүмәтте лә күрергә була. «Һорау-яуап»бүлегендә ҡулланыусы үҙен ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға ла яуап ала, һорауҙар бирә ала. Шулай уҡ портал тауарҙың  сифат һәм хәүефһеҙлеге буйынса  норматив- хоҡуҡ акттары менән таныштыра. Дәүләт органдарының «ҡыҙыу линия»ларының  телефон номерҙары ла бирелгән.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: