Вице-премьер – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, республикала яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны 17 ғинуарға 125560 кешегә етте. Тәүлек эсендә ковид менән зарарланыуҙың 241 яңы осрағы асыҡланған. Бөтәһе 116 611 кеше ауырыуҙан имен-һау ҡотолған, шуларҙың 295-е – һуңғы тәүлектә. Табиптар коронавирусҡа 5,5 млн тест үткәргән.
Төбәктә коронавирус менән ауырыусылар өсөн 1 545 койка-урын булдырылған. Әлегә шуларҙың 36 проценты буш.
«Роспотребнадзор» идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда «омикрон» менән зарарланыуҙың һигеҙ осрағы асыҡланған. Шуларҙың бишәүһе 31 декабрҙә Төркиәнән Өфөгә килгән самолет пассажирҙары. Ике пассажир Танзаниянан осҡан булған. Барыһы ла ауырыуҙы еңел формала үткәрә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.