Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2022, 17:44

«Минең менән йөрө» акцияһына кураторҙар һайлана

Республикабыҙҙа был акция 2015 йылдан үткәрелеп килә.

«Минең менән йөрө» акцияһына кураторҙар һайлана
«Минең менән йөрө» акцияһына кураторҙар һайлана

Уға ярашлы,  әүҙем кешеләр сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән  балаларға ярҙам күрһәтә: бергәләп саф һауаға сығалар,  мәҙәни, спорт сараларына йөрөйҙәр. Конкурс һайлауында  инвалид балаларға битараф булмаған, куратор булырға теләгән, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү йәһәтенән үҙҙәренең район-ҡалаларында «Минең менән йөрө» акцияһын үткәрергә теләгәндәр ҡатнашырға саҡырыла.

Бының өсөн электрон рәүешендә 10 һорауҙан торған анкетаны түбәндәге һылтанма буйынса  https://clck.ru/ai9o3 тултырырға кәрәк. Ғаризалар 31 ғинуарға тиклем ҡабул ителә. Конкурс һөҙөмтәһе 10 февралдә иғлан ителәсәк, ә уҡыу үҙе февраль-март айҙарында үтәсәк. Уҡыу осоронда ойоштороусылар йәшәү һәм ашауҙы, уҡыуҙан һуң методик әҙәбиәт һәм ярҙам итеүҙе тәьмин итәсәк.

Унан алда ике тапҡыр ойошторолған кураторҙар мәктәбе айҡанлы, социаль акцияның географияһы киңәйгән. Инде хәҙер изге саф һауала йөрөүҙәр 12 ҡала һәм районда ойошторола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Минең менән йөрө» социаль акцияһының кураторҙар мәктәбе «Донъяға тәҙрә», Башҡортостан Республикаһының гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы грантына ойошторола.

 Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо телефон  һандары 8-917-741-80-69 һәм электрон почта буйынса [email protected] (Алина Хәбирова) алырға мөмкин.

 

 

Фото: https://mintrud.bashkortostan.ru/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: