Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2022, 10:00

Киләһе «ҡарлы өмәләр» 22 һәм 29 ғинуарҙа үтәсәк

Баш ҡалабыҙҙа «ҡарлы өмәләр»ҙә 21 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.

Киләһе «ҡарлы өмәләр» 22 һәм 29 ғинуарҙа үтәсәк
Киләһе «ҡарлы өмәләр» 22 һәм 29 ғинуарҙа үтәсәк

Торлаҡ-коммуналь  өлкәһе хеҙмәткәрҙәре менән берлектә өмәгә сауҙа, сәнәғәт, төҙөлөш хеҙмәткәрҙәре, мәғариф системаһы вәкилдәре һәм башҡа битараф булмаған кешеләр ҙә сыҡты.

Ҡаланың ҡайһы бер урындарында «Ишек алды» байрамдары  ойошторолдо: йырҙар менән бер-береһенең күңелдәрен күтәрҙеләр, сәй менән һыйландылар һәм, әлбиттә, иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр.

Ә киләһе «ҡарлы өмәләр» Өфөлә 22 һәм 29 ғинуарға тәғәйенләнгән.

 

Фото: «Башинформ».

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: