1957 йылдың 16 ғинуарында Ливерпулдә “Мәмерйә” ("The Cavern") тигән клуб асылған. Унда бер кемгә лә таныш булмаған музыкаль төркөм сығыш яһаған. Һәм улар тиҙ арала танылған да киткән. Хатта 60-сы йылдар мәҙәниәтендә бөтә донъя феномены һаналған. “Битлз” тип аталған был төркөм. Рок-музыкала тотош бер ҙур үҙгәреш яһағандар.
Тикшеренеүселәр фекеренсә, “битломания” – 60 – 70-се йылдарҙа донъя йәмғиәтенең айырым бер торошо. Айырыуса йәштәр был төркөмдән башҡа бер нәмәгә лә иғтибар итмәгән кеүек.
“Битлз” һаман да иң яҡшы башҡарыусылар исемлегендә алда һаҡлана. Уларҙың иҫтәлегенә ошо дата булдырылған да инде.