Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2022, 19:16

75-се э автобусы иртәнге 7-нән йөрөй башлаясаҡ

Халыҡтың һорауы буйынса Өфөлә  OK «Сипайлово» менән Телеүҙәк араһын бәйләп тороусы 75-се э автобусының йөрөү графигы үҙгәртелгән.

75-се э автобусы иртәнге 7-нән йөрөй башлаясаҡ
75-се э автобусы иртәнге 7-нән йөрөй башлаясаҡ

Һуңғы туҡталыштан был маршрут автобусы иртәнсәк иртәрәк 7.00, 7.20, 7.40 сәғәттәрҙә ҡуҙғаласаҡ.

Быға ирешеү өсөн Сипайловонан иртәнге 8-гә эшкә, уҡырға өлгөрмәүселәр  социаль селтәрҙәр аша республика Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән. Был проблеманы хәл итеүгә республика менән идара итеү үҙәге, транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡушылған. Һөҙөмтәлә рейсты иртәрәккә күсереү хәл ителгән.

Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк, Өфө буйынса автобустар хәрәкәтен «Аҡыллы транспорт» мобиль ҡушымтаһы буйынса реаль ваҡытта күҙәтеп барырға мөмкин.

 

 

Фото: https://vk.com/tsur_bashkortostan.

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: