Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2022, 20:30

7 йәштә генә 28 миллион доллар аҡса эшләгән

Рәсәйҙән 7 йәшлек Настя Радзинская 2021 йылда иң күп аҡса эшләүсе  10 блогер исемлегенә ингән.

7 йәштә генә 28 миллион доллар аҡса эшләгән
7 йәштә генә 28 миллион доллар аҡса эшләгән

Ул YouTube каналында Like Nastya каналын алып бара. Был хаҡта Forbes  сайтына һылтанма менән РИА Новости хәбәр итә.

Ундағы мәғлүмәттәр буйынса, 2021 йылда Настя 28 миллион доллар аҡса эшләгән. Ул рейтинг буйынса алтынсы урынды биләй. Баҡһаң, ҡыҙ өсөнсө тапҡыр әлеге исемлеккә инә икән: 2019 йылда өсөнсө урынды яулаһа, 2020 йылда етенсе урында була.

Беренсе урында – Джеймс Дональдсон. Ул  MrBeast булараҡ билдәле, 54 миллион доллар аҡса эшләгән.

Икенсе урынды боксёр һәм видеоблогер Джейк Пол биләй. Ул 45 миллион доллар эшләй алған.

Өсөнсө урында – Марк Фишбах. Уны Markiplier булараҡ беләләр, табышы 38 миллион доллар тәшкил итә.

 

 

Фото: https://currencies.ru/kak-6letnyaya-nastya-radzinskaya-sumela-za-god-zarabotat-20122911003061.htm.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: