Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2022, 13:50

Юлда бәләгә тарыусылар һаны арта

Кисә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса бүлегенең Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Пермь ҡалаһынан булған 49 йәшлек иргә ярҙам күрһәткән.

Юлда бәләгә тарыусылар һаны арта
Юлда бәләгә тарыусылар һаны арта

Водитель 13 ғинуарҙа Туймазы ҡалаһында төҙөлөш материалдарын бушатҡандан һуң юлға сыға. Ул Туймазы районының Илсембәт ауылына барып етәрәк, М-5 "Урал" трассаһында бәләгә тарый. Уның ҡаршыһына еңел автомобиль килеп сыға. Аварияны кисектереү өсөн йөк машинаһы водителе автомобилде ситкә ала һәм юлдан төшөп китә. Ул төнө буйы ҡар ҡамауынан үҙе сығырға маташҡан, ярҙамға үтеп барыусылар ҙа туҡтаған. Тик килеп сыҡмағас, водитель 112-гә шылтыратып ҡотҡарыусыларҙан ярҙам һораған. Ҡар ҡамауына эләгеүсегә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ярҙам иткән. Улар ауыр техника табып йөк автомобилен һөрәп сығарған.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: