Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2022, 19:23

Туймазыла – «Бәйге» уйындары

Бөгөн Ҡандракүл боҙонда 16 йәшкә тиклемгеләр араһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының «Бәйге» ҡышҡы уйындары үтте.

Туймазыла  – «Бәйге» уйындары
Туймазыла – «Бәйге» уйындары

Әлеге старттарҙа ҡаңлы, ҡырғыҙ һәм йылан ырыуҙары йәштәре төрлө милли спорт төрҙәрендә көс һынашты. Тәү ҡарауға уйын һымаҡ ҡына  булһа ла ысынында ярышыусылар үҙҙәренә оҫталыҡ та  тупланы.

Ике команда ҡаланыҡылар – «Сәфәр» бейеү ансамбле һәм  4-се мәктәп вәкилдәренән торһа, өсөнсө команда Ҡандракүл мәктәбе уҡыусылары ине. Егеттәр бындай ярыштарҙа беренсегә генә ҡатнашһа ла тиҙ арала уйын ҡомарына бирелде.

– Эйе, башҡорт уйындары беҙҙең өсөн яңылыҡ булып тора. Шулай ҙа беҙҙең репертуарҙа ла башҡорт бейеүҙәре байтаҡ. Беҙ башҡорт бейеүҙәре аша башҡорт халҡының асылын һәм рухын тоябыҙ. Шуға ярыштарға бер ауырлыҡһыҙ инеп киттек, – тиҙәр йылан ырыуы вәкилдәре, «Сәфәр» бейеү ансамбле бейеүселәре.

«Бәйге» уйыны ҡыҙыҡ күренештәрҙән башланып китте: сана егелгән егеттәр төркөмө йүгерә, ә иң мәргәне арбала торған көйөнсә сәпкә тейҙерергә теләп ата ине. Арҡан да тартыштылар, эстафетала ла ярыштылар.  Ниндәй генә ярыштар үткәрелмәне был көндө!

Ярыш һөҙөмтәһе буйынса ҡаңлы ырыуы командаһы еңеүсе тип табылды, икенсе урын – йыландарҙа, өсөнсө урынды ҡырғыҙ ырыуы командаһы яуланы.

Әйткәндәй, был сара «Айыҡ ауыл» республика проектына ярашлы үткәрелде.

 

 

Фото:"Туймазинский вестник".

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: