Күп ваҡыт бындай урындар урланған әйберҙәрҙе һатыу һәм асоциаль кешеләрҙе йәлеп итеү урынына әүерелә. Республикабыҙҙа ошондай лицензияһыҙ эшләүсе тәртип боҙоусылар менән көрәш башланды. Йәмәғәтселәр, ведомство хеҙмәткәрҙәре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре рейдтар үткәрә.
Рейдҡа сыҡҡандар бер нисә рәсмиләштерелмәгән нөктәләрҙә булған. Уларҙың күбеһе кешеләрҙе сағыу баннерҙары менән йәлеп итеп торған. Тимер-томор ҡабул итеү хаҡтары ла яҙылған, хатта битлек йөрөтөү хаҡында иҫкәртеү ҙә эленгән. Тик иң мөһиме тимер-томор ҡабул итеүгә рөхсәттәре генә етмәй. Быларҙың бөтәһендә лә кешеләр теркәлмәйенсә генә эшләй. Хужалары ла кем икәне билдәһеҙ. Легаль булмаған бындай нөктәләр, ғәҙәттә, шәхси гараждарҙа урынлашҡан.
Бындай легаль булмаған пункттар тураһында һүҙ «Сәнәғәт сәғәте»ндә алып барылды. Нөктәләр нигеҙҙә сәнәғәт ҡалаларында эшләй. Баш ҡалабыҙҙа ғына уларҙың һаны 250-нән ашыуға етә.
Рейдта Эске эштәр министрлығы бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашҡан. Тәртип боҙоуҙар булған осраҡта административ протоколдар төҙөлә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, тимер-томор әйләнеше өлкәһендә ҡайһы бер тәртип боҙоуҙар өсөн енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған.
Был эште алып барыуға рөхсәт ҡағыҙы алыу һис тә ауыр түгел. Бының өсөн дәүләт пошлинаһын – 7500 һумды түләп, үлсәгес, ҡоролма алырға һәм сәнәғәт тәғәйенләшендәге урынды табырға ғына кәрәк.
Фото: bash.news.