Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2022, 15:00

Көслө буран ваҡытында юғалған ҡыҙҙы эт ояһында тапҡандар

10 йәшлек ҡыҙҙы эҙләүгә полиция һәм ирекмәндәр ҙә ҡушылған була.

Көслө буран ваҡытында юғалған ҡыҙҙы эт ояһында тапҡандар
Көслө буран ваҡытында юғалған ҡыҙҙы эт ояһында тапҡандар

Был хәл Сахалиндағы Углегорск ҡалаһында була.
Ҡыҙҙың ата-әсәһе полицейскийҙарға баланың юғалыуын һәм уның эттәрҙе яратыуы хаҡында әйтә. Эҙләү барышында ҡала халҡының береһе уны эт менән уйнаған саҡта күреүе хаҡында һөйләй. Быны белеп ҡалған ирекмәндәр һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар яҡында эт тотҡан барлыҡ йорттарҙы тикшерә.
Көслө ҡар яуғанда юғалған баланы эттәр ояһында тыуған йортонан яҡынса биш йөҙ метр алыҫлыҡта табалар. Сабый бурандан ҡурҡып, йәнлекте ҡосаҡлап ояла ятҡан була.
Әле уны дауаханаға һалғандар, уның һаулығына бер ни ҙә янамай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: