-1 °С
Болотло
Буран ҡотороу сәбәпле Башҡортостандағы Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнде.
Киске сәғәт ун тула егерме минутта (21:40) юлдың 206-сы саҡрымынан (Мәләүездән) 281-се саҡрымына (Ырымбур сигенә) тиклемге участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн юл ябылды.
Сәбәбе: һепертмә буран, көслө ҡар һәм юл күреме насар.