Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2022, 13:30

Өфөлә яңы йыл шыршыһын эшкәртеүгә тапшырырға мөмкин

Баш ҡаланың 15 майҙансығында иҫке шыршыларҙы эшкәртеүгә ҡабул итәләр.

Өфөлә яңы йыл шыршыһын эшкәртеүгә тапшырырға мөмкин
Өфөлә яңы йыл шыршыһын эшкәртеүгә тапшырырға мөмкин

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был акция бөгөн, 15 ғинуарҙа, башлана һәм иртәгә, 16 ғинуарҙа ла дауам итә. Бынан тыш, шыршыларҙы киләһе ял көндәрендә - 22 һәм 23 ғинуарҙа ла тапшырырға була. Ҡабул итеү адрестары: - Магистраль урамы, 2А, Столяров урамы, 2; - Мушников урамы, 11, Гвардейская урамы, 58/1; - Һынаусылар урамы, 21, Кувыкина, 16, Рубежная, 174; - Әхмәтов һәм Ирәндек, Артезиан урамдары киҫелеше; - Гагарин урамы, 10/2, Королева урамы, 17, «Башҡортостан» сауҙа үҙәгендәге майҙансыҡта, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы яғынан; - Ҡулса урамындағы 50-се йорттан 61-се йортҡа тиклем; - Менделеев урамы, 171, Ленин урамы, 87 адресы буйынса урынлашҡан.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: