Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2022, 13:15

Бик тәмле!

Был салатты бер эшләһәгеҙ, гел шуны ашағығыҙ килеп торор, тиҙәр. Эшләп ҡарайыҡ әле...

Бик тәмле!
Бик тәмле!

Кәрәкле аҙыҡ-түлек:

Тауыҡ түшкәһе – 300 г

Шампиньон – 300 г

Һуған – ике баш

Йомортҡа – дүрт дана

Иретелгән сыр – ике дана

Помидор – ике дана

Петрушка – бер бәйләм

Һарымсаҡ – ике тырнаҡ

Тәменсә майонез, тоҙ

Тауыҡ түшкәһе өсөн тәмләткестәр

Үҫемлек майы

Тәүҙә итте әҙерләйбеҙ: тәмләткестәр (паприка һәйбәт) ҡушып, ҡыҙҙырабыҙ.

Ул һыуынғансы, һуғанды ярымҡулсалап турайбыҙ.

Шампиньондарҙы пластинка кеүек киҫәбеҙ (туңдырылған бәшмәктәр ҙә ярай)

Йылытылған табаға үҫемлек майы һалып, һуғанды бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ. Уға бәшмәк өҫтәйбеҙ. Бәшмәктәр саҡ ҡына алһыу төҫкә инергә тейеш. Тауыҡ итен бәләкәй киҫәктәргә телгеләйбеҙ. Эре ҡырғыста бешкән йомортҡаны, сырҙы ҡырабыҙ. Шунан уларға өс ҡалаҡ майонез, иҙелгән (йәки пресс аша һығылған) һарымһаҡты өҫтәйбеҙ. Сыр-йомортҡа массаһын ентекләп бутайбыҙ.

Тәрилкәгә махсус ҡулса һәм ацетат пленка ҡуйыла.

Тәүге ҡат – тауыҡ ите. Салат формаһын яҡшы тотһон өсөн, бөтә ҡатламдар ҙа тығыҙ булырға тейеш.

Майонездан йоҡа ғына сетка эшләйбеҙ.

Икенсе ҡат – сыр-йомортҡа массаһының яртыһы. Был массала майонез бар, шуға күрә ул өҫтәмә рәүештә кәрәкмәй.

Бәшмәктәр менән ҡыҙҙырылған һуғанды өсөнсө ҡатлам итеп һалабыҙ. Һәм майонездан йоҡа ғына сетка яһайбыҙ.

Дүртенсе ҡат – ҡалған сыр-йомортҡа массаһы.

Әгәр салатты тиҙ арала ашамаһағыҙ, пленкаға төрөп һыуытҡысҡа ҡуйырға мөмкин.

Өҫтәлгә хәҙер үк ҡуйырға булһағыҙ, уны помидор менән биҙәргә кәрәк. Помидорҙы йоҡа итеп теләбеҙ. Салат өҫтөнә теҙеп һалабыҙ һәм петрушканы ваҡ ҡына итеп киҫәбеҙ ҙә, уртаға һалабыҙ.

Ҡулса менән пленканы алырға онотмағыҙ.

Бик тәмле!
Бик тәмле!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: