Ул саҡта, йәғни 2020 йылдың 15 ғинуарында, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Хат менән сығыш яһағанда ил Конституцияһын үҙгәртеү тураһында хәбәр итте.
Хөкүмәттең тулы составта отставкаға китеүе лә шуға бәйле ине. Путин был ҡарарҙы ҡабул итте. Дмитрий Медведевҡа шундуҡ яңы вазифа тәҡдим ителде: ойоштороласаҡ Хәүефһеҙлек советы рәйесе урынбаҫары булыу. Рәйесе – Президент үҙе. Тиҙ арала был совет булдырылды һәм яңы рәйесте тәғәйенләп тә ҡуйҙылар.
Изге урын буш тормай тигәндәй, РФ Хөкүмәте лә етәксеһеҙ оҙаҡ ултырманы. Уға Владимир Владимирович үҙе Федераль Һалым хеҙмәте башлығы Михаил Мишустинды күрһәтте. Һөҙөмтәһен күрәһегеҙ: әле Мишустин һин дә мин эшләп йөрөй.
Әйткәндәй, Медведевтың Хөкүмәте составы 2018 йылдың майында ғына раҫланғайны. Бик ҡыҫҡа ваҡытлы булды.