Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2022, 13:20

Асарбаҡтар өсөн йылыныу пункты

Өфөлә, Кировоград урамында, асарбаҡтар өсөн йылыныу пункты эшләй башланы.

Асарбаҡтар өсөн йылыныу пункты
Асарбаҡтар өсөн йылыныу пункты

Унда әрме палаткаһы ҡуйылған: эстә эҫе сәй эсергә, таҙа кейем, шулай уҡ психологтарҙан кәңәш алырға мөмкин.

Был хаҡта Башҡортостандың хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

- Радий Хәбировтың йөкләмәһе үтәлде. Өфөлә йылытыу пункты эшләй башланы. Был көндәрҙә ауыр хәлдә ҡалған кешеләрҙең йылыныу, эҫе сәй эсеү, таҙа кейем һәм психологик ярҙам алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Өфө хакимиәте һәм Хеҙмәт министрлығы булышлығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының ярҙамы менән беҙҙең коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ("Аҡтау") армия палаткаһынан йылыныу пункты ойоштора алды, - тип яҙа министр.

Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта йортһоҙҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса комплекслы план әҙерләнә. Уны хөкүмәт документы менән ҡабул итеү күҙаллана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: