Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2022, 14:00

Асарбаҡтар хаҡында хәстәрлек күрелә

Өфөлә асарбаҡтар өсөн йылыныу пункты эшләй башланы.

Асарбаҡтар хаҡында хәстәрлек күрелә
Асарбаҡтар хаҡында хәстәрлек күрелә

Ул Кировоград  заправкаһы яғында урынлашҡан. Бында әрме палаткаһы ҡуйылған: уның эсендә асарбаҡтар ҡайнар сәй эсә, таҙа кейем һәм психологтарҙың консультацияһын алыу мөмкинлегенә эйә. Был турала  социаль селтәрҙәрҙә үҙенең сәхифәһендә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

– Радий Хәбировтың ҡушыуы үтәлде. Өфөлә йылыныу пункты эшләй башланы. Ошо көндәрҙә ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләрҙең йылыныу, ҡайнар сәй эсеү, таҙа кейем һәм психологик ярҙам алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Өфө ҡала хакимиәте, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, беҙҙең «Аҡтау» ойошмаһы менән берлектә  әрме палаткаһынан йылыныу пункты ойоштора алдыҡ, – тип яҙа министр.

Ленара Иванова әйтеүенсә, әлеге көндә асарбаҡтарға ярҙам итеү планы әҙерләнә. Уны Хөкүмәт тарафынан ҡабул итеү планлаштырыла.

 

 

Фото: «Башинформ».

 

  

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: