Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2022, 17:08

Ҡала коммуналь хеҙмәттәре көсәйтелгән режимға күсте

Ҡар күп яуыу айҡанлы, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков район башлыҡтары һәм ҡаланың коммуналь хеҙмәт етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе.  

Ҡала коммуналь хеҙмәттәре көсәйтелгән режимға күсте
Ҡала коммуналь хеҙмәттәре көсәйтелгән режимға күсте

Ул күп фатирлы йорт биләмәләренән һәм урамдарҙан ҡарҙы сығарыу һәм таҙартыу эштәрен сифатлы башҡарырға ҡушты.

– Тәү сиратта тиҙ ярҙам, больницаларға, янғын бүлексәләренә һәм башҡа хеҙмәт станцияларына инә торған подъезд юлдары ҡарҙан таҙартылырға тейеш. Уларҙың тиҙ тәьҫир итеүенән кеше ғүмере бәйләнгән. Мөһим, хәүефле һәм бик яуаплы эштәрен башҡарыу өсөн бер нәмә лә ҡамасаулыҡ итергә тейеш түгел, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Греков.

Ҡала  коммуналь хеҙмәттәре көсәйтелгән эш тәртибенә күсте. Был көндәрҙә ҡар таҙартыу техникаһы, самосвал, юл эшселәре һәм урам һепереүселәр һаны арттырылды. «Ҡар өмәләре»нә ярашлы, битараф булмаған кешеләр ҙә ярҙам итә.

– Йортта йәшәүселәр коммуналь хеҙмәт эшселәре менән бергә ишек алдарын тәртипкә килтереүҙәре бик һәйбәт. Балалары уҡыған мәктәптәрҙә ата-әсәләрҙең дә белем усағы биләмәләрен таҙартыу миҫалдары бар. Ҡатнашҡандары өсөн ҙур рәхмәт! Афариндар! – тип тә белдерҙе ул.

 

Фото: https://ufacity.info/press/news/436558.html.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: