Бөгөн сәғәт биш тирәһендә Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө-Инйәр-Белорет автоюлының Илтирәк ауылы янында булған авария тураһында хәбәр иткәйнек. Алты машина бәрелешеп, аварияла биш кеше яраланған, шул иҫәптән 10 һәм 15 йәшлек ике бала. Авария урынында дәүләт автоинспекцияһы, МЧС һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй, юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.