Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2022, 13:28

Водителдәр иғтибарына

Бөгөн республиканың ҡайһы бер райондарында көслө ҡар яуа, буран сыҡҡан. «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығына ҡараған Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур юлдарында юл хеҙмәткәрҙәре юғары әҙерлек режимында эшләй.

Водителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына

Әлеге ваҡытта бөтә йүнәлештәрҙә лә 191 берәмек юл техникаһы эшкә йәлеп ителгән.

«Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығының дежур-диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй: +7(347) 286-07-18.

Водителдәргә алыҫ юлға сыҡмай торорға кәңәш итәләр. Юлда иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә - имен-һау йөрөргә теләйбеҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: