Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2022, 13:51

Туймазы районында янғында 11 айлыҡ сабый һәләк булған...

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығына 12 ғинуарҙа, 23:51 сәғ., Туймазы районының Булат ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һүндереүҙә өс берәмек техника, ун кеше ҡатнаша. Янғынды 00-55 сәғ. һүндерәләр. Янған йорт эсендә 05.02.2021 йылғы ир баланың кәүҙәһе табыла.

Туймазы районында янғында 11 айлыҡ сабый һәләк булған...
Туймазы районында янғында 11 айлыҡ сабый һәләк булған...

Янғын сәбәптәре асыҡлана. 

Билдәле булыуынса, сабыйҙың әсәһе янғын мәлендә 3 һәм 6 йәшлек ике балаһы менән күрше йортта булған. 

"Күп балалы ғаилә" программаһы буйынса уларҙың йортона янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйылған да бит, әммә ләкин...

Ата-әсәләр, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, зинһар!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Туймазы районында янғында 11 айлыҡ сабый һәләк булған...
Туймазы районында янғында 11 айлыҡ сабый һәләк булған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: