Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2022, 13:30

ЦУР хәбәр итә: һуңғы тәүлектә генә ҡар таҙартыу буйынса 195 мөрәжәғәт ҡабул ителгән

#ЦУРБашкортостан эләктергән башҡа темаларҙа төҙөкләндереү (73) һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (68) буйынса һорауҙар килә. Ярай тажзәхмәт буйынса мөрәжәғәт юҡ.

ЦУР хәбәр итә: һуңғы тәүлектә генә ҡар таҙартыу буйынса 195 мөрәжәғәт ҡабул ителгән
ЦУР хәбәр итә: һуңғы тәүлектә генә ҡар таҙартыу буйынса 195 мөрәжәғәт ҡабул ителгән

 Стәрлетамаҡтың Артем урамында йәшәүселәрҙе ҡар өйөмдәре борсой. Бында хәрәкәт көслө, өйҙәр, социаль объекттар күп булһа ла юлдар таҙартылмаған. Ялыуҙы #ЦУРБашкортостан ҡабул иткәндән һуң коммуналсылар ҡарҙы йәһәт кенә таҙартып, тәғәйен кешеһенә яуап ҡайтарған. 

Өфөлә ҡарға күмелгән осраҡта "Уфа снежная" порталына яҙығыҙ. 

15 ғинуарҙан алып Яңы йыл шыршылары эшкәртелеүгә ҡабул ителә башлаясаҡ. ТКО-ның дүрт төбәк операторы ла был эшкә ҡушылған. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә #ЦУРБашкортостан шыршылар проблемаһы буйынса махсус сығарылыш яһаясаҡ.
#ЦУРБашкортостан

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: