Белорет хакимиәтендә үткән сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса инвестпроектты ҡарағандар. "Глэмпинг төҙөү" проекты - бөгөн бик ҡыҙыҡһындырғыс. Сөнки кешегә матур тәбиғәт ҡосағында уңайлы ял итеү шарттары булдырыла. Беҙҙең республикала глэмпинг бер нисә урында бар.
Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта проектты хупланы һәм ярҙам күрһәтеү буйынса күрһәтмәләр бирҙе.
Фото: vk.com (Шәмсетдин күле янындағы глэмпинг).