Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2022, 17:05

Светлана Радионова «Уфахимпром» биләмәһен рекультивациялау перспективалары хаҡында хәбәр итте

«Уфахимпром» биләмәһен рекультивациялау экологик зыян күргән объекттар дәүләт реестрына индерелгәс, "Таҙа ил" йәки «Генераль йыйыштырыу» федераль проекттарҙың береһенә индереләсәк. Был турала Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионова бөгөн Гайдар форумында хәбәр итте.

Светлана Радионова «Уфахимпром»  биләмәһен рекультивациялау перспективалары хаҡында хәбәр итте
Светлана Радионова «Уфахимпром» биләмәһен рекультивациялау перспективалары хаҡында хәбәр итте

Заводтың бысранған майҙаны - 143 га, ә шламдар — ҡаты һәм шыйыҡ фазалы ҡалдыҡтар күләме — 412 мең кубометр. Рекультивация эштәрен атҡарыу өсөн 25 млрд һум аҡса талап ителә, проект-тикшереү эштәренә иһә 100 млн һум кәрәк. Рекультивацияны Федераль экологик оператор ғына башҡара ала.

Фото: РБК сайтынан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: