Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2022, 17:24

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө-Ырымбур автоюлының 42-се саҡрымында, "Газель" микроавтобусы ыңғай барған "HYUNDAI" экскаваторына барып бәрелгән. Бер пассажир ҡатынға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Авария сәбәптәре асыҡлана. 1-13 ғинуарҙа Башҡортостан юлдарында пассажир автотранспорты ҡатнашлығында алты юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 12 кеше яраланған.

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Ошо уҡ осор эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 841-ҙән ашыуыраҡ автобусты тикшергән, 333 протокол төҙөгән:

35 водитель пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған;

53 водитель маневр ҡағиҙәләрен боҙған;

19 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән;

12 водитель светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткән һ.б. 


Фото: БР ЮХХДИ.

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: