Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2022, 18:12

"Омикрон" штаммы таралыуға әҙер булырға тейешбеҙ

14 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау буйынса  оператив штабтың ултырышын үткәрҙе.   

"Омикрон" штаммы таралыуға әҙер булырға тейешбеҙ
"Омикрон" штаммы таралыуға әҙер булырға тейешбеҙ

 Көн тәртибендә –  һаулыҡ һаҡлау системаһының   “Омикрон” штаммы  таралыу шарттарында эшкә әҙерлеге,  ковидҡа ҡаршы прививкалау кампанияһының барышы,   вакцина эшләтмәүселәрҙең санитар-эпидемиологик нормаларҙы һәм сикләү сараларын тотоуы. 

***

Радий Хәбиров отметил, яҡын арала Башҡортостанда, “омикрон” штаммы таралыуға бәйле, коронавирустың   сираттағы тулҡыны көтөлә. Илдең 13 төбәгендә ковидтың яңы тулҡыны менән зарарланыу осрағы теркәлгән, шул иҫәптән Башҡортостанда ла өс кешенең ауырыуы асыҡланған.

 «Роспотребнадзор» идаралығы хәбәр итеүенсә, «омикрон» коронавирустың башҡа төрҙәренә ҡарағанда зарарлыраҡ.  Ул бик тиҙ тарала.  

–  Әлегә республикала коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло, – тине төбәк етәксеһе. – Әммә “омикрон” штаммы таралыуға бәйле тиҙҙән ауырыуҙың яңы тулҡыны килеп етәсәк.  Шунлыҡтан  медицина учреждениеларында койкалар резервын ҡарарға, дарыуҙар запасын әҙерләргә һәм яңынан ирекмәндәр штабы эшмәкәрлеген йәйелдерергә кәрәк булыр.  Иң мөһиме –  санитар-эпидемиологик  сараларҙы күҙәтеүҙе көсәйтергә.   

 

***

Вице-премьер – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры  Максим Забелин хәбәр итеүенсә, республикала яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны   124 855 кешегә етте. Тәүлек эсендә тағы 207 кешенең инфекция йоҡтороуы асыҡланған.    Бөтәһе 115 777  кеше ауырыуҙан имен-һау ҡотолған, шуларҙың 239-ы – үткән тәүлектә.  Төбәктә  инфекция йоҡтороусылар өсөн  1 545  койка-урын булдырылған. Койка фондының 38 проценты әлегә буш.

Коронавирусҡа ҡаршы дөйөм вакциналау дауам итә.  Бөтәһе төбәккә   2 914 858 доза вакцина алынған. 14 ғинуарға алынған мәғлүмәттәр буйынса, вакцинаның тәүге компонентын 2 237 936 кеше эшләткән,  2 114 688 кеше тулыһынса вакциналанған.   

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: