Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2022, 16:15

Өфө – Ырымбур трассаһында хәрәкәт сикләнде!

Бик күп юл фажиғәләре теркәлгән, юлға сыҡмай тороғоҙ!

Өфө – Ырымбур трассаһында хәрәкәт сикләнде!
Өфө – Ырымбур трассаһында хәрәкәт сикләнде!


Ҡар яуыуы сәбәпле Өфө-Ырымбур трассаһында (Булгаков ауылынан Рощинскийға хәтлем) пассажир автобустары, маршрут, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ябылды. Урында 18 ҡар таҙартыу машинаһы эшләй.

Бик күп юл фажиғәләре теркәлгән (шул иҫәптән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында). Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәргә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Алдағы көндәргә һауа торошона фараз: айырым райондарҙа көслө ҡар, буран, урыны менән елдең секундына15-20 метрға етеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлегенең насарайыуы көтөлә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: