Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2022, 10:10

Элвин Грей этте ҡотҡарған

Яҡташыбыҙ Таиландта берәҙәк этте үлемдән ҡотҡарған. Йырсы кафела эткә тап була. Йән эйәһенең ярҙам һорауы күҙҙәренә сыҡҡан – олой, ашарға һәм һыу һорай. Һуңынан хәле бөткән хайуан иҙәнгә йығылып китә һәм кире тора алмай.

Элвин Грей этте ҡотҡарған
Элвин Грей этте ҡотҡарған

Радик Юлъяҡшин бәләгә тараған дүрт аяҡлыны йәлләй. Ул ветеринар хеҙмәтен саҡырта һәм күрһәтелгән ярҙам өсөн  тулыһынса түләй. Белгестәр килгәнсе артист эткә һыу эсерә, үҙе белгәнсә ярҙам итә. Билдәле булыуынса, этте эҫе һуҡҡан була. Уға һыу һибеп һыуындыралар, ә һуңынан ветеринарҙар ҡулына тапшыралар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: