Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2022, 10:55

Бөгөн – “кесарев киҫелеше” операцияһы көнө

Бөтә донъяла билдәләнгән иҫтәлекле дата. Шундай статистика бар: Рәсәйҙә йыл һайын 1,6 миллиондан ашыу бәпес тыуыуы теркәлә, шуларҙың яҡынса 23 проценты – операция ярҙамында.

Бөгөн – “кесарев киҫелеше” операцияһы көнө
Бөгөн – “кесарев киҫелеше” операцияһы көнө

Әсә өсөн дә, бала өсөн дә уңышлы тамамланған тәүге «кесарево сечение» әмәлиәте 1794 йылдың 14 ғинуарында Американың Вирджиния штатында яһалған, тиҙәр. 24 кенә йәшлек Джос Беннет тигән табип ҡатынына яһаған. Бәпес тә, йәш ҡатын да имен-һау ҡалған.

Әлеге көн ошо ваҡиғанан иҫәпләнә икән. Әммә шундай мәғлүмәт тә бар: 1500 йылда Швейцарияла йәшәүсе бер сусҡа бестереүсе ир йөклө ҡатынына әмәлиәт яһап, сабыйҙы алырға ҡала властарынан рөхсәт һораған, имеш. Баҡһаң, табиптар бер нисек тә ярҙам итә алмаған. Ир барыһын да дөрөҫ эшләгәндер, күрәһең, артабан улар ишле ғаилә булып киткән. Йәғни, ул ҡатынының мөһим ағзаларына зыян килтермәгән.

Ҡыҙыҡлы факттар

“Кесарево сечение” – донъялағы иң боронғо операцияларҙың береһе. Күбеһенсә ул ҡатындың ҡарынында үлгән баланы (яралғыны) өсөн алыу йәки, киреһенсә, йөклө ҡатын үлһә, баланы ҡотҡарыу өсөн яһалған.

XI быуатта был әмәлиәт көнсығыш ғалимы Әл-Бируниҙың “әл-асар әл-Бакийе” хеҙмәтендә күрһәтелгән.

XVI быуатта Француз короленең һарай табибы ла яһамаҡсы булған, әммә операция гел үлем менән тамамланған.

XIX быуатта аналыҡты алып ташлауҙың үлем осрағын 20 – 25 процентҡа кәметеүе асыҡланған.

Антибиотиктар дәүере етеүгә, XX быуат урталарына, операциялар уңышлыраҡ була башлаған, үлем осраҡтары шаҡтай кәмегән.

Рәсәйҙә кесарев киҫемен иң тәүҙә 1756 йылда яһағандар.

2000 йылда Мексиканан бер ҡатын үҙенә-үҙе шул әмәлиәтте эшләгән.

Бразилияла күп яһайҙар. Ул бөтә тыуымдың 56 процентын тәшкил итә. Мысырҙа был күрһәткес – 51, Италияла 38 процент.

Ҡытайҙағы ҡатындарҙың 25 проценты балаһын хирургик юл менән таба. Тик был йыш ҡына сабыйҙың тыуған көнөн һайлауға бәйле икән. Йәнәһе, Ба цзы йондоҙнамәһе (Яҙмыштың һәм Уңыштың дүрт баҫҡысы) буйынса тыуған көн кешенең тормошона ныҡ йоғонто яһай.

Бөгөн – “кесарев киҫелеше” операцияһы көнө
Бөгөн – “кесарев киҫелеше” операцияһы көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: