-10 °С
Болотло
Был хәл Мәскәү янындағы ҡалала була. Балалар баҡсаһы ихатаһындағы ҡар бабайҙы емергән өсөн тәрбиәсе баланы ҡыш көнө тышта йөрөргә ҡалдыра, ә ҡалған төркөмдө бинаға алып инә. Урамда яңғыҙы ҡалған бала тәүҙә балалар баҡсаһы биләмәһе буйлап йөрөй. Өшөй башлағас, йортона юллана. Бәхеткә күрә, ул имен ҡайтып етә. Йортта малайҙы өләсәһе ҡаршы ала.
Ҡар бабайҙы яңынан да эшләп була. Ә бала менән бер-бер хәл булһа?