Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: үткән йылдың йәйендә Нияз Муллағәлимовтың һуҡыр эсәгенә операция яһайҙар. Реанимация ваҡытында уның йөрәге туҡтап, мейеһенә зыян килә. Һөҙөмтәлә Нияз хәрәкәтләнә алмай башлай. Үҫмерҙең ғаиләһе быны табиптарҙың ваҡытында ярҙам күрһәтмәүе менән бәйләй. Әле был хәлде хоҡуҡ һаҡсылары тикшерә.
Үткән айҙан алып Нияз Мәскәүҙәге Мейе һәм нейротехнология үҙәгендә дауалана. Уның һаулығына битараф булмаусылар ярҙамы менән реабилитация курсы үтеүгә аҡса йыйыла.
Нияздың үгәй атаһы хәбәр итеүенсә, яйлап булһа ла улының хәле яҡшыра. Егет үҙе ашай башлаған, кеше ярҙамы менән булһа ла баҫып тора ала, инвалид креслоһына ултырырға ла маташа. Һөйләшә алмаһа ла, ваҡыты-ваҡыты менән үҙенең теләген ҡағыҙға яҙып аңлата. Табиптар уның тулыһынса һауығыу мөмкинлегенә ышанысын белдерә, тик бының өсөн ныҡлап тырышырға кәрәк буласаҡ.
Нияздың яҙмышына битараф булмаусылар, хәленә ҡарап уға ярҙам итә ала. Уның үгәй атаһы И. Рәхмәтуллиндың телефонына - 89608073391. Сбербанк картаһы бәйле.
Фото: Т. Аманов