Унда БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова менән күп функциялы үҙәктең директоры Наталья Куприянова ҡатнаша. Осрашыу барышында 2022 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән социаль түләүҙәр һәм пособиелар, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү сараларын юллау ысулдарының ябайлаштырылған төрҙәренә ҡағылышлы яңылыҡтар тураһында һүҙ буласаҡ. Шулай уҡ 2021 йылға йомғаҡтар яһау һәм 2022 йылға пландар билдәләү ҙә күҙаллана.
Сара Бәйләнештә социаль селтәрендәге БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының: https://vk.com/mintrudrb һәм күп функциялы үҙәктең “Минең документтар”: https://vk.com/mfcbashkortostan рәсми төркөмдәрендә онлайн форматта күрһәтеләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 1 ғинуарҙан йәшәү минимумы республикала 15973,5 һум тәшкил итә, ә Межгорье ҡалаһы өсөн – 23613 һум. Йән башына йәшәү минимумы 2022 йылда 11009 һум, шул уҡ ваҡытта хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн – 12000 һум, хаҡлы ялдағыларға – 10431 һум, балаларға 10679 һум күләмендә билдәләнде.
Шулай уҡ 2022 йылдың 1 ғинуарынан ҡайһы бер социаль ярҙам сараларын тәғәйенләү һәм түләү Пенсия фонды ҡарамағына күсерелә.
Фото:Т.Аманов.