+1 °С
Болотло
Пенсияларҙы инфляция кимәленән юғарыраҡ итеп индексациялау тураһында Владимир Путин йыш һөйләй. Һуңғы тапҡыр ул был хаҡта декабрҙә йыллыҡ матбуғат конференцияһында ла әйткәйне.
“Бығаса ҡабул иткән ҡарарҙар, үткән йылғы юғары инфляцияға бәйле, кешегә сығымдарын ҡапларға мөмкинлек бирмәй. Шуға ла мин пенсияларҙы инфляция кимәленән юғарыраҡҡа – 8,6 процентҡа индексацияларға тәҡдим итәм”, – тине Владимир Путин.
Ил башлығы белдереүенсә, әле хаҡтар артыу темпы 8,4 процентҡа тиң.