Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2022, 18:37

Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре йәш ҡатын менән уның улын ҡотҡарғандар

Бөгөн иртәнге сәғәт етелә Стәрлетамаҡтың полиция бүлегенә бер егет: "32 йәшлек апайымды һәм уның 10 йәшлек улын танышы фатирҙан сығармай тота", - тип хәбәр итә. Күрһәтелгән адрес буйынса шунда уҡ полицияның экипаждары һәм тәфтиш-оператив төркөм юллана.

Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре йәш ҡатын менән уның улын ҡотҡарғандар
Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре йәш ҡатын менән уның улын ҡотҡарғандар

Таныш ирҙең фатирға бысаҡ һәм газ баллоны тотоп килеп инеүе, уларҙы сығармауы хаҡында ағаһына 10 йәшлек малай телефондан смс ебәргән була. Полиция хеҙмәткәрҙәре ир менән һөйләшеп килешергә тырышһа ла, ир уларға ишек асмай ҡаңғырта. Ишекте емереп асабыҙ, тигәс кенә хужабикәгә ишекте асырға рөхсәт итә.

Ҡулға алынған 27 йәшлек ир Ырымбур өлкәһенән, бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән. 2021 йылдың авгусында ғына иреккә сыҡҡан булған.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән.

Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре йәш ҡатын менән уның улын ҡотҡарғандар
Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре йәш ҡатын менән уның улын ҡотҡарғандар
Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре йәш ҡатын менән уның улын ҡотҡарғандар
Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре йәш ҡатын менән уның улын ҡотҡарғандар
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: