Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, 29 ноябрҙән 31 декабргәсә полиция, Гостехнадзор инспекцияһы, йәмәғәт инспекторҙары һәм башҡа яуаплы хеҙмәттәр менән берлектә "Шыршы - 2021" оператив-профилактика операцияһы уҙғарҙы.
Барлығы 1927 рейд булған. Законһыҙ шыршы ҡырҡыу осраҡтары ла асыҡланған. Уларҙың һаны 20. Рөхсәтһеҙ ҡырҡылған 150 йәш ылыҫлы ағас әрәм булған. Урманға зыян хаҡы - 392,508 мең һум. Алты осраҡ буйынса енәйәт эше асылған.
Шулай уҡ ошо операция осоронда башҡа төр ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙың 27 осрағы теркәлгән.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.