Был ярҙам сараһы тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙҙы. Ябай һүҙ менән әйткәндә, дәүләт балалар баҡсаларында урын булмаһа, ата-әсәләр сабыйын шәхси баҡсаға бирә ала һәм барлыҡ сығымдар дәүләт иҫәбенә ҡаплана.
– Башҡортостанда һуңғы өс йылда ғына 46 балалар баҡсаһы асылды. Әммә урындар барыбер етмәй. Артабан күберәк төҙөргә планлаштырабыҙ. Шул уҡ ваҡытта был мәсьәләне шәхси балалар баҡсалары ярҙамында хәл итеү хаҡында ла уйланабыҙ. Сөнки был булдыҡлы кешеләргә үҙ эшен асыу өсөн шәп мөмкинлек. Был йәһәттән 2019 йылда шәхси балалар баҡсаларына ярҙам сараһы булдырҙыҡ.
Ойошмаларға һәр бала иҫәбенә алтышар мең һум аҡса бирә башланыҡ. Иң тәүҙә пилот проектын Стәрлетамаҡта һынап ҡарағайныҡ. Хәҙер Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында тормошҡа ашыра башланыҡ.
Был маҡсатҡа республика бюджетынан 136,8 миллион һум аҡса бүленде. 1 марттан проект Иглинда һәм Октярьский ҡалаларында тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ярҙам ике айҙан өс йәшкә тиклем балаһы булған ата-әсәләргә бирелә. Сертификатты алыу өсөн йәшәү урыны буйынса мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, – тип яҙған республика етәксеһе.