«Переосмысление национальной системы здравоохранения» тип аталды был дискуссия. Һөйләшеүҙә Иваново өлкәһенең, Пермь крайының губернаторҙары ла булды. Әлбиттә, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы түрәләре лә, ҙур дауаханалар вәкилдәре лә килгәйне.
Сара башында уны алып барыусы Владимир Соловьев иҫкесә Яңы йыл ҡаршылау көнө уңайынан Ҡыш Бабайҙан теләгән нәмәне һорауҙы тәҡдим итте.
Радий Хәбиров былай тине: “Ғәҙәттә, беҙ уға үҙебеҙ хәл итә алмаған проблемалар буйынса мөрәжәғәт итәбеҙ. Беҙ дөйөм көс менән күп мәсьәләне хәл итәсәгебеҙгә ышанам – дауаханалар, ФАП төҙөй алабыҙ, уларҙы кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырырбыҙ, дарыуҙар еткерербеҙ. Әммә кешеләрҙе үҙ һаулығына яуаплы ҡарарға мәжбүр итеү бик ауыр. Беҙ вакциналау барышында ошоға тап булдыҡ. Шуға күрә был хаҡта һорар инем".