Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2022, 22:12

Радий Хәбиров:"Пандемия шарттарында юл ыңғай ҡарар ҡабул итергә өйрәндек"

13 ғинуарҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Һаулыҡ һаҡлауҙың милли системаһын модернизациялауға арналған фекер алышыуҙа ҡатнашты.

Радий Хәбиров:"Пандемия шарттарында юл ыңғай ҡарар ҡабул итергә өйрәндек"
Радий Хәбиров:"Пандемия шарттарында юл ыңғай ҡарар ҡабул итергә өйрәндек"

 Һөйләшеүҙә шулай уҡ РФ һаулыҡ һаҡлау министрының тәүге урынбаҫары  Владимир Зеленский, Дәүләт Думаһы депутаты Айрат Фәррәхов, Мәскәүҙең 40-сы ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Денис Проценко,   «МедИнвестГрупп» компаниялары төркөмө президенты Сергей Нотов, Иванов өлкәһе губернаторы Станислав Воскресенский һәм Пермь крайы губернаторы  Дмитрий Махонин ҡатнашты.

***

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел звеноһының  матди-техник базаһын нығытыу мөһимлеген белдерҙе. 

– Дүрт миллион халҡы булған беҙҙең республика өсөн был тема айырыуса әһәмиәтле, сөнки халыҡтың  күберәге  ауыл ерендә йәшәй.  Өс йыл элек райондар буйлап йөрөй башлағанда фельдшер-акушер пункттарының ниндәй генә биналарҙа урынлашыуын күрмәнем. Улар беҙҙә бөтәһе – 1960.  Мәҫәлән, берәүһе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби тотҡондар йәшәгән баракта  урынлашҡанйны, икенсеһе бөтөнләй  XIX в быуатта төҙөлгән бинала ине. Оҙаҡ ваҡыт уларға бөтөнләй иғтибар бирелмәгән. Шуға күрә  беҙ алдыбыҙға  бөтә иҫке фельдшер-акушер пункттарын алмаштырыу бурысын ҡуйҙыҡ.   Беренсел звеноны комплекслы модернизациялау программаһының инициаторы булған Рәсәй Президенты Владимир Путинға рәхмәтлебеҙ.   2025 йылға тиклем Башҡортостан был маҡсатҡа 18 млрд һум аласаҡ. 

Был аҡса беҙгә  12 поликлиника, өс участка дауаханаһы, ике үҙәк район дауаханаһы, 21 дөйөм практика табибы офисы, 42 амбулатория һәм 412 ФАП төҙөргә мөмкинлек бирә,  – тине төбәк етәксеһе.    

Радий Фәрит улы билдәләүенсә, пандемия тәжрибәһе төҙөлөшкә бөтөнләй икенсе ҡараш талап итә. Мәҫәлән, фельдшер-акушер пункттарын ике йылда ла, шул уҡ ваҡытта ике айҙа ла төҙөп ултыртырға мөмкин.  “Коронавирус шарттарында юл ыңғай ҡарар ҡабул итергә өйрәндек”, – тип Радий Хәбиров бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Зубов ауылы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлгән  ковид-госпиталдәрҙе миҫалға килтерҙе. 

  «Коммунарка»ның баш табибы  Денис Проценко Башҡортостандың инфекция үҙәктәре төҙөү буйынса эш тәжрибәһен юғары баһаланы һәм уны башҡа төбәктәрҙә лә әүҙем ҡулланыуҙарын билдәләне. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: