"2003 – 2004 йылдарҙа беҙ граждандарҙың йәшәү кимәлен СССР-емерелмәҫтән алда булған кимәлгә тиклем тергеҙергә тырыштыҡ. Уртаса еткерҙек, буғай. Хәҙер йәшәү кимәле Советтар Союзына ҡарағанда яҡынса 20 процентҡа юғарыраҡ. Нуленсе йылдарҙа мин вице-премьер булған осорҙа, 2000 – 2011 йылдарҙа илдә йәшәү кимәле өс тапҡырға артты. Был буй етмәҫлек һан кеүек, ә беҙ бит бик түбән кимәлдән башланыҡ", – тигән ул ТАСС агентлығына.
Һәм шулай тип тә өҫтәгән: “Донъяла беҙҙең дәүләт бурысы иң түбәндәренең береһе. Һум конвертацияланған валютаға әйләнде. Рәсәйҙә, һис шикһеҙ, нормаль баҙар иҡтисады. 1989 йылда был әкиәт кеүек ине. Был, ғөмүмән, ҙур уңыш. Шундай тиҙ трансформация, тиҙ һәм ҙур үҙгәрештәр”.
Нимә-нимә, маҡтана беләбеҙ...
Фото: ТАСС.