Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2022, 16:45

Хеҙмәтебеҙҙе баһаланылар

  Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан  Өфөлә «Башинформ» агентлығының конференциялар холында былтыр матбуғат, радио - телевидение өлкәһендә  уңыш ҡаҙанған һәр төрлө конкурстарҙа еңгән гәзит- журналдар, радио- телевидение журналистарын тәбрикләү тантанаһы үтте.  

Хеҙмәтебеҙҙе баһаланылар
Хеҙмәтебеҙҙе баһаланылар

 

Уҙған йылда ҡәләм оҫталарының эштәре  федераль кимәлдә уҙғарылған күп конкурстарҙа бер нисә тапҡыр юғары баһаланды.«Тамыр» телеканалының «Преград нет» проекты «Беҙҙең заман геройы» социаль әһәмиәтле программалар һәм телефильмдар фестиваленең махсус призына, «Бирешмә» сериалы «ТЭФИ- Регион» телевизион конкурсының финалсыһы булды. Башҡортостан Журналистар союзы эш һөҙөмтәләре буйынса илдең төбәк журналистар союзы рейтингында алдынғы өс урында килә. «Бөтә Рәсәй – 2021» медиафорумының ижади конкурсында «Иң яҡшы автор яҙмаһы» номинацияһында  Мәүлиҙә Яҡупова «Ватандаш»журналында сыҡҡан «Йәшәргә ашығырға кәрәк» һүрәтләмәһе өсөн дипломант исемен яуланы. «Рәсәйҙең иң яҡшы 10 гәзите» номинацияһында Бөтә Рәсәй конкурсында «Октярьский нефтяник», «Красное знамя», «Краснокамские зори» район гәзиттәре еңеүселәр исемлегенә инде.

  Һөнәрҙәштәрен ҡотлап, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев журналист һөнәренең ижтимағи әһәмиәтен һәм журналист һүҙенең көсөн билдәләне, хәбәрселәргә уңыштар теләне.

 2021 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек йылы тип билдәләнде.  Исемле йылды яҡтыртыуҙа, сәләмәт йәшәүҙе пропагандалауҙа  киң мәғлүмәт саралары әүҙем эшләне.

Ошо йылды яҡтыртыуға арналған конкурста  1-се урын «Башҡортостан», «Краснокамские зори» район гәзитенә, «Башинформ» агентлығына, «Телемедицина» тапшырыуы өсөн «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына бирелде.

«Киң мәғлүмәт сараларында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡтыртыу»,  «Республика гәзит -журналдарында антитеррор темаһын иң яҡшы яҡтыртыу» , «Коррупцияға ҡаршы көрәш темаһын иң яҡшы яҡтыртыу», «Киң мәғлүмәт сараларында наркомания темаһын яҡтыртыу  һәм сәләмәт йәшәүҙе пропагандалау» , «Киң мәғлүмәт сараларында дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереүҙе яҡтыртыу» республика конкурстарында  еңеүселәр билдәләнде.  Башҡортостанда  Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йылына әҙерлекте һәм үткәреүҙе иң яҡшы  яҡтыртҡан матбуғат , электрон баҫмалар ҙа  үҙҙәренең лайыҡлы бүләктәрен алды. Шулай уҡ бер төркөм журналистың фиҙакәр хеҙмәте  Башҡортостан Журналистар союзының Маҡтау грамоталары менән баһаланды.

   «Йәшлек» гәзите  «Коррупцияға ҡаршы көрәш темаһын иң яҡшы яҡтыртыу» конкурсында – 1 урын, «Республика гәзит -журналдарында антитеррор темаһын иң яҡшы яҡтыртыу» бәйгеһендә  ­- 2 урын, «Киң мәғлүмәт сараларында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡтыртыу» конкурсында  3-сө урынға лайыҡ булды.

Һөнәрҙәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ! Артабан да илһамланып эшләргә яҙһын!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: