Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2022, 12:08

Фажиғәле хәлдәргә өс йыл да үтеп киткән...

2019 йылдың 13 ғинуарында Гөлсиә менән Зариф Хилажевтарҙың йортона таңда иҫкәртеүһеҙ ҡот осҡос бәлә килеп инеп, талантлы, яҡты кешенең, һандуғас тауышлы Гөлсиәнең ғүмере фажиғәле өҙөлдө.

Фажиғәле хәлдәргә өс йыл да үтеп киткән...
Фажиғәле хәлдәргә өс йыл да үтеп киткән...

Вокал буйынса уҡытыусы, Учалы филармонияһы солисы Гөлсиә Бөрйән районының Брәтәк ауылында 1987 йылдың 18 июнендә тыуған. Мәктәпте тамамлағас Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһына (әлеге ваҡытта С. Низаметдинов ис. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы) уҡырға инә. «Халыҡ йырын яңғыҙ башҡарыу» бүлексәһендә БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре М.Вәлиевала уҡый. 2007 йылда З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый башлай.

Талантлы һәм сағыу йырсы Абдулла Солтанов призына башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың район конкурсында II дәрәжә лауреат дипломын алды, йәш музыканттарҙың асыҡ республика конкурсының дипломанты, «Башҡорт йыры» фестивале лауреаты булып танылды, фольклор башҡарыусыларҙың республика конкурсында I дәрәжә лауреат дипломын яуланы.

Һуңғы тапҡыр социаль селтәрҙә аралашҡанда, март айына концерт ҡуйырға теләйем, Һеҙҙән сценарий кәрәк ине, тип яҙғайны ул. Теләктәре тормошҡа ашмай тороп ҡалды... Гөлсиәнең йәне йәннәттә булһын.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: