"Графское" йәмғиәте ер аҫты һыуҙарын ғына түгел, Ҡараһаҙ йылғаһы һыуын да рөхсәтһеҙ сәнәғәт маҡсатында тотонған. Ҡалдыҡтарҙы утилләштереү ҙә тейешенсә башҡарылмаған, 2020 йылға рекультивация отчетын да эшләмәгәндәр. Етмәһә, үҙҙәренә бүленгән ерҙән тыш ситтә лә тупраҡтың уңдырышлы ҡатламын юҡҡа сығарғандар. Был зыян күләме 406,238 миллион һумдан ашыу.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысында республикала ер аҫтын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге һәм биләмәлә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырылғайны. Азат Бадранов етәкләгән шул комиссияның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Учалы районында "Альт-Инвест" алтын табыу компанияһының эше туҡтатылды, Мулдаш ауылы эргәһендәге «Ирәмәлбашресурс» компанияһының эше контролгә алынды.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.