Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2022, 18:52

Енәйәттә ғәйепләнгән ирҙәрҙе эҙләйҙәр!

Дәүләкән районында ауыр енәйәттә ғәйепләнгән 1967 йылғы Шәйәхмәтов Фәдимйән Әхмәтвәли улын эҙләйҙәр, Ҡалтасы районында - 1960 йылғы Никонов Валерий Николаевичты.

Енәйәттә ғәйепләнгән ирҙәрҙе эҙләйҙәр!
Енәйәттә ғәйепләнгән ирҙәрҙе эҙләйҙәр!

Дәүләкән районы полицияһына йәш ҡатын мөрәжәғәт итеп, иренең күптәнән бәйләнешкә сыҡмауы тураһында борсолоп хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙең үҙенең атаһына - Дәүләкән ҡалаһында йәшәгән 54 йәшлек Фәдимйән Шәйәхмәтовҡа барыуын асыҡлай. Уның йорт тирәһен тикшергәндә бысаҡ менән сәнскеләп үлтерелгән йәш ирҙең мәйетен табалар. Был факт буйынса енәйәт эше асылып, Шәйәхмәтов Фәдимйән Әхмәтвәли улын эҙләйҙәр. Уны һуңғы тапҡыр кисә Әлшәй районының Раевка ауылында күргәндәр. Уның ҡайҙалығын белеүселәр, күреүселәр булһа, ошо номерҙарға шылтыратыуығыҙ һорала: 8 (347) 270-39-02, 8 (34768) 3-19-31.

Ҡалтасы районының Кейебәк ауылында тыуған Никонов Валерий Николаевич үҙенең ауылдашын йәрәхәтләгән. Ауылдашы үлемесле яраларҙан йән биргән. Никонов Валерий Николаевич ауылдан ҡасҡан. Уның ҡайҙалығын белеүселәр, күреүселәр булһа, ошо номерҙарға шылтыратыуығыҙ һорала: 8(34779) 4-25-81, 4-16-71, 4-17-69 йәки 02.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Енәйәттә ғәйепләнгән ирҙәрҙе эҙләйҙәр!
Енәйәттә ғәйепләнгән ирҙәрҙе эҙләйҙәр!
Енәйәттә ғәйепләнгән ирҙәрҙе эҙләйҙәр!
Енәйәттә ғәйепләнгән ирҙәрҙе эҙләйҙәр!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: