Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2022, 12:12

Башҡортостан парламенты QR-код тураһындағы закон проектына төҙәтмә ебәргән

РФ Дәүләт Думаһы «Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге тураһында»ғы федераль закон проектын декабрҙә беренсе уҡыуҙа ҡабул итеп, төбәк парламенттарына ҡарауға йүнәлткәйне. Әле документҡа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары төҙәтмә әҙерләгән.

Башҡортостан парламенты QR-код тураһындағы закон проектына төҙәтмә ебәргән
Башҡортостан парламенты QR-код тураһындағы закон проектына төҙәтмә ебәргән

– Беҙ вакцинация тураһында сертификат күрһәтергә кәрәкмәгән объекттар даирәһен киңәйтергә тәҡдим иттек, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. – Ошондай объекттар исемлегенә медицина ойошмаларын өҫтәргә кәрәк. Граждандарҙың медицина ярҙамына хоҡуғы Конституция менән гарантиялана. Пациентҡа прививка яһатмағаны өсөн медицина ярҙамы, бигерәк тә,  ашығыс ярҙам күрһәтеүҙән баш тартырға тейеш түгелдәр.

QR-кодтар тураһында закон проекты яңы коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Документта яҙылыуынса, инфекцияға ҡаршы вакциналау фактын раҫлаған сертификатты, сирләү йәки прививкаға медицина күрһәтмәләре, шулай уҡ шәхесте раҫлаған документты күрһәткән осраҡта ғына күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙған урындарға, мәҙәниәт, йәмәғәт туҡланыуы, ваҡлап һатыу ойошмаларына индерергә тәҡдим ителә.

Шул уҡ ваҡытта, тейешле документтар күрһәтелмәгән осраҡта, аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡ тауарҙары магазиндарына,  дарыуханаларға инергә барырға мөмкин.

Дөйөм алғанда, Дәүләт Йыйылышы депутаттары закон проекты концепцияһын хуплай.

Башҡортостан парламенты QR-код тураһындағы закон проектына төҙәтмә ебәргән
Башҡортостан парламенты QR-код тураһындағы закон проектына төҙәтмә ебәргән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: