Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2022, 11:47

Бөгөн – Халыҡ табибы көнө

Был рәсми булмаған байрам, уның тамырҙары бик боронғо осорға барып тоташа.

Бөгөн – Халыҡ табибы көнө
Бөгөн – Халыҡ табибы көнө

Рәсәйҙә элек-электән дауалау менән шөғөлләнгән кешеләрҙе хөрмәт иткәндәр. Уларҙы халыҡ лекары, үләнселәр, имселәр тип йөрөткәндәр. Донъяның бөтә мөйөшөндә лә булған улар.

Халыҡ араһында киң ҡулланылған сараларҙың күбеһе тәүҙә халыҡ медицинаһында ҡулланылыш тапҡан, һуңынан рәсми медицинаға ла күскән. Мәҫәлән, ҡан ағыҙыуҙы һәм ҡайырҙарҙы һынған һөйәккә һалыу тәжрибәһен тап имселәр ҡулланған, эсәктәр боҙолғанда – көртмәле, цинга хәүефендә һуған менән һарымһаҡ ҡулланған.

Төрлө шифалы үҫемлекте яҡшы белеүселәр булған. Һөйәк, быуын ултыртыусылар ҙа эшһеҙ йөрөмәгән.

Бал ҡорто ағыуын ҡулланып та ауырыуҙарҙы дауалау менән шөғөлләнгәндәр.

СССР заманында халыҡ дауалаусылары, имселәр эшмәкәрлеге тыйылған. Хатта законһыҙ дауалаусылар яуаплылыҡҡа тарттырылған. Бөгөн ҡәтғи тыйылыуын тыйылмай, әммә медицина эшмәкәрлеген тейешле белемле белгестәр генә алып бара ала.

 

Бөгөн – Халыҡ табибы көнө
Бөгөн – Халыҡ табибы көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: