Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2022, 19:09

Андрей Назаров журналистарҙы ҡотланы

Уның һүҙҙәренсә, республикабыҙҙағы 460 редакцияла башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари һәм удмурт телдәрендә 300 гәзит сыға. 

Андрей Назаров журналистарҙы ҡотланы
Андрей Назаров журналистарҙы ҡотланы
 

 

- Бөгөн Башҡортостандың медиа структураһы әүҙем үҫешә. Былтыр беҙ һанлыҡ технологияларҙы индереү буйынса ҙур эш атҡарҙыҡ. Дәүләт баҫмаларының сайттарын яңырттыҡ. Шулай уҡ социаль селтәрҙә мультимедиа проекттарын тормошҡа ашыра башланыҡ, - тип яҙған Андрей Назаров.

Уның һүҙҙәренсә, киң мәғлүмәт саралары төрлө яҡлап республика тормошон яҡтырта, халыҡҡа мәғлүмәт үҙәгендә булырға ярҙам итә.

- Һеҙҙең профессионализмығыҙ, эшкә яуаплы ҡарашығыҙ арҡаһында уҡыусылар дөрөҫ һәм ваҡытлы мәғлүмәт ала. Мин һәм башҡа күп кенә коллегаларым ҡайһы бер ҡарарҙарҙарҙы ҡабул иткәндә һеҙҙең мәҡәлләргә таянабыҙ, - тип билдәләгән премьер-министр.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: