Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2022, 20:06

Ялған мэр ярҙамға ашыға

Билдәһеҙ ир үҙен ҡала башлығымын тип таныштырып, мәсьәләләрҙе хәл итергә маташҡан, һөҙөмтәлә ҡулға алынған.

Ялған мэр ярҙам ашыға
Ялған мэр ярҙам ашыға

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында бот сабып көлөрҙәй көлкөлө лә, ҡыҙғаныс та бер хәл булған. Бында төҫ-ҡиәфәте менән мэрға оҡшаған ир торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тикшереү менән йөрөгән. Үҙен ҡала башлығымын тип таныштырып, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе күтәргән, ҡарҙы ваҡытында көрәүҙе, ҡыйыҡтарҙан ишелеп төшөргә торған боҙбармаҡтарҙы алыуҙы талап иткән.

2021 йылдың ноябренән ир Питерҙың егерме идарасы компанияһына һәм торлаҡты файҙаланыу контораһына барған. Үҙе һөйләүенсә, быны ул бер ниндәй ҙә яуыз уй менән эшләмәгән, ә коммуналь хужалыҡта тәртип урынлаштырырға теләгән.

«Тәүге ҡар яуғас, минең ихатамды бер кем дә йыйыштырманы. Тейешле урынға шылтыраттым, әммә үтенесемде кире ҡаҡтылар. «Беҙҙең ҡала» порталына яҙҙым, ғәҙәттәгесә, яуап хаты ғына килде. Йәнә бер ни ҙә эшләнмәне. Бегловҡа мин оҡшап торам, йөҙөмә бер аҙ грим һалғас, контораға киттем. Әлбиттә, шунда уҡ ихатамды йыйыштыра башланылар. Артабан мин социаль селтәрҙә проблемалы урындарҙы ҡарап барҙым һәм халыҡҡа ярҙам итергә тотондом», - тип һөйләгән ҡулға алынған ир.

Ялған губернатор сираттағы идарасы компанияға килгәндә бөтә коллектив мэр үткәргән тура эфирҙы ҡараған булған. Һөҙөмтәлә бының кемлеге асыҡланған һәм шунда уҡ хоҡуҡ һаҡсыларын саҡырғандар.

Был ваҡиғаның дауамы булмаҫ тимә... Хәҙер өфөнөкөләр интернетта беҙҙең мэрға оҡшаған кешене эҙләй башлаған.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: