Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2022, 16:47

Яҙғы сессияға бурыстар буйынса кәңәшмә үтте

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда парламенттың көҙгө сессияһы осорондағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды һәм яҙғы сессияға бурыстар билдәләнде.

Яҙғы сессияға бурыстар буйынса кәңәшмә үтте
Яҙғы сессияға бурыстар буйынса кәңәшмә үтте

Парламент етәксеһе белдереүенсә, дүрт пленар ултырышта 109 закон проекты тикшерелгән, уларҙың 76-һы закон статусына эйә булған.

Ошо осорҙа парламент 256 ҡарар ҡабул итте, уларҙың 28-е – мировой судьялар һайлау һәм мировой судья вазифаһын башҡарыуға йәлеп итеү мәсьәләләре буйынса ҡарарҙар.

2021 йылдың сентябренән декабренә тиклем Дәүләт Йыйылышы һәм уның комитеттары Дәүләт Думаһынан килгән 296 федераль закон проектын һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары парламенттарынан килгән 55 закон сығарыу башланғысын һәм мөрәжәғәттәр тикшерҙе.

Көҙгө сессия осоронда Дәүләт Йыйылышы тарафынан Дәүләт Думаһына өс федераль закон проекты, тағы ла бер закон проекты эксперт һығымтаһы өсөн Рәсәй Федерацияһы Закондар сығарыусылар Советына ебәрелде.

Депутаттар парламент-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, төбәк кимәлендә халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса эште дауам итте.

Яҙғы сессиялағы эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2022 йылға Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһен ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планын әҙерләү һәм үтәү, тип билдәләне парламент спикеры.

Планлаштырылған сараларҙың күпселек өлөшө Дәүләт Йыйылышы депутаттары корпусының һәм Секретариаты хеҙмәткәрҙәренең күп көс һалыуын талап итәсәк, тип билдәләне парламент Рәйесе һәм яҙғы сессия осоронда барыһына ла емешле эшмәкәрлек теләне.

Фото һәм сығанаҡ: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайты.

Яҙғы сессияға бурыстар буйынса кәңәшмә үтте
Яҙғы сессияға бурыстар буйынса кәңәшмә үтте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: