Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2022, 11:25

Йөйәктә туҡталасаҡ

 «Өфө — Яңы Абҙаҡ» поезы Йөйәктә туҡталасаҡ.

Йөйәктә туҡталасаҡ
Йөйәктә туҡталасаҡ

15 ғинуарҙан  6875/6876-сы  «Өфө — Яңы Абҙаҡ» поезы маршрутында яңы туҡталыш барлыҡҡа килә. Был — Белореттан 150 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Йөйәк станцияһы. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһында хәбәр итеүҙәренсә, туҡталыш халыҡтың үтенесе буйынса булдырыла. 2 ғинуарҙан 9-ына тиклем дауам иткән яңы йыл каникулдарында поезд ошо станцияла ла туҡтаны, хәҙер иһә әлеге тәжрибәне дауам итергә хәл ителде.

   Башҡортостан властары «Өфө — Яңы Абҙаҡ — Өфө» маршруты ял урындарына туристарҙы йәлеп итеү, уларға уңайлы булһын өсөн ойошторғайны. Был поезд менән Өфөнән Урал аръяғындағы тау саңғыһы курортына барып ҡайтырға мөмкин.

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: