-1 °С
Болотло
10 ғинуарҙа Өфөнөң Октябрь районында төҙөлөштә 50 метр бейеклектән эшсе осоп төшә. Билдәле булыуынса, ул 19 ҡатта төҙөлөш өсөн ҡулланылған фанераларҙы бетон һәм сөйҙәрҙән таҙартып йөрөгәндә бейеклектән ҡолаған. Эшсе алынған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргән.
Әле белгестәр фажиғә урынын тикшерә, уның сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: Т. Аманов